Бөгөн Өфөлә Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу мәсьәләһе буйынса ултырышы үтте

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу мәсьәләһе буйынса ултырышы үтте

Бөгөн Өфөлә Волга буйы Федераль округы төбәктәренең Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу мәсьәләһе буйынса ултырышы үтте. Кәңәшмәлә республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов, Рәсәй субъекттарының мәғариф министрҙары ҡатнашты. Фекер алышыу барышында сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, имтихан тапшырғанда етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә айырым иғтибар бирелде. 3-4 йыл элек кенә Берҙәм Дәүләт имтиханы буйынса уҡыусыларҙы алдашырға этәрһәк, хәҙер имтихан тапшырыу талаптарын ҡатылатып, беҙ уҡыусыларҙы предметтарҙы өйрәнеүгә, тәртипкә өйрәтәбеҙ, тине Рөстәм Хәмитов. Шулай уҡ, төбәк башлығы, заманса күҙәтеү камералары, металл эҙләүсе ҡорамалдар һатып алыуға финанслауҙы арттырырыу кәрәк тине.