Төркиәгә юл ябыла тигән хәбәр туристик агентлыҡтарҙы хәүефкә һалды

Тулыраҡ: Төркиәгә юл ябыла тигән хәбәр туристик агентлыҡтарҙы хәүефкә һалды

Сөнки ял итеүселәрҙең 80%-ы тап ошо йүнәлеште һайлай. Был илдәге хаҡтар ҙа, һауа шарттары ла күпселек туристарҙы ҡәнәғәтләндерә. Әлегә был илдә күпме ватандашыбыҙ ял иткәне билдәле түгел. Әммә был дәүләткә юлламалар һатылмай. Хеҙмәттәшлек бөтөнләйгә туҡтатыла ҡалһа, туризм агентлыҡтарының күбеһе бөлгөнлөккә төшәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын Төркиәгә беҙҙең илдән 3 миллион 300 мең самаһы кеше ял итергә бара. Улар унда 65 миллиард һум аҡсаһын ҡалдыра. Яҡын арала туроператорҙарға һатып алынған 40 мең юллама хаҡын һәм был илдә ял иткән 10 мең туристы кире ҡайтарырға тура киләсәк. Рәсәй үҙенең Төркиәләге ватандаштарын илгә ҡайтырға саҡыра. Рәсәй тышҡы эштәр министрлығының интернет сәхифәһенәге белдереүҙә Төркиәгә сәфәрҙән тыйылыу тураһында белдереү ҙә раҫлана. "Төркиә биләмәһендә террор ҡурҡынысы булыу сәбәпле Рәсәй ватандаштарына был илгә барыуҙан тыйыла, ә үҙ кәрәктәре менән унда булғандарҙы ватанға ҡайтырға саҡырабыҙ", тип әйтелә белдереүҙә.