Ленин исемендәге һәм Конгресс-холл алдындағы майҙандарға урман ҡупшыҡайҙары ҡуйыласаҡ. Ике төп майҙандан тыш, ҡалғандарының барыһында ла боҙ ҡаласыҡтары төҙөләсәк. Өфөлә «Вьюговей-2016» Яңы йыл фестивале лә уҙғарыла. Ҡышҡы каникулдар мәлендә мәҙәни-күңел асыу, спорт һәм социаль-хәйриә саралары ойоштороласаҡ. Балалар Президент, Баш ҡала һәм социаль шыршы байрамдарында ҡатнаша ала. Ҡала урамдары төрлө төҫтәрҙә балҡыясаҡ. Яңы йыл төнөндә Ленин исемендәге майҙанда күңелле тамаша ойошторола, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.
20-се декабргә тиклем Өфөлә 19 боҙ ҡаласығы төҙөләсәк
Тулыраҡ: 20-се декабргә тиклем Өфөлә 19 боҙ ҡаласығы төҙөләсәк