Штрафтарҙың яңы төрө

Тулыраҡ: Штрафтарҙың яңы төрө

Башҡортостанда яңы штрафтар индереү тәҡдимен депутаттар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында тикшерергә ниәтләй. “Башҡортостан Республикаһының административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы” кодексына үҙгәрештәр индереп ҡаланы төҙөкләндереү өлкәһендә ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата өҫтәмә штрафтар раҫлау көтөлә. Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса яңы штрафтар ҡала урамдарын бысратыуға юл ҡуйған йөк машиналары һәм уларҙы хеҙмәтләдереүсе ойошмаларға һалынасаҡ. Төбәк парламенты шулай уҡ тирәһен ҡар көрттәре һәм боҙ ҡатламынан ваҡытында таҙартмаған ойошмаларҙы ла яуаплылыҡҡа тарттырыу сараһын законда нығытырға ниәтләй. Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв белдереүенсә, был тәртип боҙоуҙарҙың беренсеһе ҡала мөхите экологияһына зыян килтерә, икенсеһе урамда йәйәүлеләр һәм автомобилдәр хәрәкәтен хәүеф аҫтына ҡуя.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir