1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә алды. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина дауам итә. Хәтер һәм ҡайғы төнөндә «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» ойошмаһының әүҙем ағзалары «Хәтер шәме» акцияһын үткәреү өсөн Башҡорт дәүләт концерт залына йыйылды. Cарала бер мең шәм тоҡандырылды. Хәтер һәм Ҡайғы көнө ил халҡын берләштерергә тейеш. Ҡорбан булған 27 миллион кеше, ер менән тигеҙләнгән ауыл-ҡалалар, балаларын юғалтҡан ата-әсәләр, тол ҡатындар... Хәтер шәме акцияһының төп маҡсаты- үҫеп килгән быуын хәтерендә, тыуған ерен һаҡлап һәләк булған ҡаһармандарыбыҙ иҫтәлеге мәңге һаҡланырға тейеш.Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала. Республика башлығы Сергеев зыяратындағы һәйкәлгә сәскә һалды.Ҡыҙыл ҡәнәфер хөрмәт билдәһе. Бынан етмеш туғыҙ йыл элек башланған Бөйөк ватан һуғышында ҡойолған ҡан төҫлө был сәскәләр хөрмәт, ихтирам ғына түгел, ә иҫтәлек символы.Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфө тимер юлы вокзалынан фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап һәйкәл дә асылды. Йылдағы иң оҙон көн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип иғлан ителгән. Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө беренсе ун биш минутта бөтә ил буйынса бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Тап ошо ваҡытта СССР-ҙың халыҡ комиссары Вячеслав Молотов тура эфирҙа халыҡҡа фашистарҙың илгә баҫып инеүе тураһында хәбәр иткән. Бөйөк Ватан һуғышы афәте илдә йәшәгән һәр ғаиләгә ҡағылды. Был ҡурҡыныс алышта 26 миллион 549 мең совет кешеһенең ғүмере өҙөлә.22-се июнь халыҡ хәтерендә мәңге һаҡлана. Сөнки, тап ошо көндөң иртәһендә фашистик Германия барлыҡ килешеүҙәрҙе инҡар итеп, алдан хәбәр итмәйенсә Советтар Союзына һөжүм итә.Аяныслы һуғышта миллионлаған кешенең ғүмере өҙөлә. Бөгөн кесеһенән олоһона тиклем уларҙы хәтергә алырға килде. 2020 йылдың 9 майында Еңеү көнөндә COVID-19 пандемияһы арҡаһында парад булманы. Рәсәй президенты Мәскәүҙә Еңеү парадын 24 июндә үткәрергә ҡарар ҡабул итте. Унда 14 меңгә яҡын хәрби һәм 220-нән ашыу берәмек техника ҡатнаша. Ҡыҙыл майҙан буйлап Т-34 танкы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы үҙйөрөшлө артиллерия машиналары, заманса техника үтәсәк.
Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде
Тулыраҡ: Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде