Бөгөн күпселек райондарҙа иртән һауа температураһы ни бары 7 градус ҡына йылы ине. Айырым төбәктәрҙә хатта ҡырау ҙа төштө. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә яйлап йылыта башлай. Әммә тотороҡһоҙ һауа торошо, ямғыр яуыуы көтөлә. Рәсәй Гидрометүҙәгенең лаборатория мөдире Людмила Паршина һүҙҙәренсә, июлдә Башҡортостанда һауа температураһы, Урал буйындағы кеүек үк, норманан бер градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.
Республикала эҫе көндәрҙе һалҡындар алмаштырҙы
Тулыраҡ: Республикала эҫе көндәрҙе һалҡындар алмаштырҙы