Башҡортостанда урман янғындарына бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала

Тулыраҡ: Башҡортостанда урман янғындарына бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала

Шуға ла Радий Хәбиров бойороғо менән янғынға ҡаршы режим индерелде. Республика урмандарында хәүефле миҙгеле башланғандан алып 19 янғын теркәлгән. Ут сығыуҙың төп сәбәбе, кешеләрҙең һаҡһыҙлығына бәйле. Күрелгән зыян 134 мең һумдан ашыу. Урман хужалығы министрлығы республикала йәшәүселәрҙе урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм урман янғынын күргән осраҡта 8-800-100-94-00 телефонына шылтыратырға саҡыра.