Рәсәй каналы РУСФОНД хәйриә фонды менән берлектәге акцияһын дауам итә. Өфөлә йәшәүсе 8 йәшлек Рафаэльға ярҙам кәрәк. Уның әсәһе Әлиә Шакирова малайҙың яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ябай терпе һүрәтен төҫлө ҡәләмдәр менән буяу өсөн ошо алсаҡ малайға күп көс түгергә тура килә. 8 йәшлек Рафаэль балаларҙағы церебраль фалиж менән интегә. Игеҙәк малайҙар ваҡытынан алда тыуған. Олоһо тыумыштан умыртҡалыҡтың муйын бүлеге йәрәхәте алған. Игеҙәге Рөстәм һау-сәләмәт. Мәкерле диагноз Рафаэльға 4 ай тулғанда ғына асыҡланған. Ошо ваҡыттан алып балаға бер туҡтауһыҙ дауаланыу үтергә тура килә. Иҫ-китмәле ҙур эш, әммә тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәләрен дә бирә. Рафаэль 5 йәшенән имгәкләй башлаған. Церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған балалар өсөн был бик ҙур ҡаҙаныш, ти малайҙың әсәһе. Әле лә ул яҡындарын үҙ уңыштары менән шатландыра. Хәрефтәр уҡырға, яҙырға һәм һанарға өйрәнә.Ихлас, тирә-яҡтағыларға алсаҡ малай терәүҙәр ярҙамында баҫып тора ала, кеше ярҙамында аҙымдар яһарға ла тырыша. Үҙәк нерв системаһы зарарланыуы һөҙөмтәһендә уның мускулдары көсһөҙ, атлай алмай, үҫеше артта ҡалған. Шулай ҙа, барыһын да аңлай, ябай һәйләмдәр ярҙамында аңлаша ла белә. Әммә, тулы, бәхетле тормош өсөн был ғына етмәй. Әлегә Рафаэльды тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Әммә реабилитацияны туҡтатырға ярамай. Мәскәүҙәге медицина технологиялары институтында махсус алымдар ярҙамында Рафаэльға ярҙам итә алалар. Дауалау курсын үтеү өсөн 200 меңгә яҡын сығым талап ителә. Әлиә балаларҙы яңғыҙы тәрбиәләй. Улының инвалидлыҡ буйынса пенсия һәм пособиеһы – берҙән-бер килем сығанағы. Шуға ла, был сумманы йыйыу мөмкинлеге юҡ. Әлиә Шакирова ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт итә. Бының өсөн ДЕТИ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин. Әгәр телефон операторы һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки, тап һеҙҙең изге йөрәгегеҙ Рафаэльға яҙмышын үҙгәртергә ярҙам итер.
Сабыйға ярҙам кәрәк
Тулыраҡ: Сабыйға ярҙам кәрәк