Газпром исеменән рәхмәт

Тулыраҡ: Газпром исеменән рәхмәт

Башҡортостан башлығы исеменә “Газпром” идаралығы рәйесе Алексей Миллерҙан Рәхмәт хаты килде. Дәүләт эшмәкәре Якутияның Чаяндин ятҡылығынан вахтасыларҙы сығарыуҙа төбәк етәксеһе күрһәткән ярҙамды юғары баһалай. Алексей Миллер “Төбәк ойошмалары, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың берҙәм ойошҡан эше һөҙөмтәһендә вахтасыларҙы ҡайтарыу һәм урынлаштырыу шулай уҡ бар карантин сараларын теүәл үтәүгә өлгәшелде”, тип белдерә. Компания идаралығы рәйесе билдәләүенсә “Газпром”дың Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеге артабан дауам итәсәк. Мәғлүм булыуынса, пандемия осоронда республика етәкселеге 1590 вахтасыны сығарып обсерваторҙарға урынлаштырырға һәм артабан ғаиләләренә ҡайтарырға ярҙам итте.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir