Ағиҙел яры Башҡортостан йәштәрен саҡыра

Тулыраҡ: Ағиҙел яры Башҡортостан йәштәрен саҡыра

27 июндә Рәсәй йәштәре көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостан йәштәре фестивале ойошторола. Байрам Ағиҙел яр буйында үтә. Программа бай йөкмәткеле. Республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта белдереп “Әлегә бар серҙе асмай торам. Шуныһы билдәле – сара үҙенсәлекле була, теләгән һәр кем үҙенең һәләттәрен күрһәтеп, яңыларын асып, серҙәш-фекерҙәштәр табасаҡ” ти хәбәр итә. Һәм был байрамдың матур йолаға әйләеренә өмөт бағлай.

Йәшлек ул 16-нан 35 йәшкә тиклемге ғүмер мәле түгел, ә күңел торошо. Шуға ла йәштәр көнөнә арналған байрамда элек-электән төрлө йәштәге кешеләр ҡатнаша ала.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir?