Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан хәрби парад үтте

Тулыраҡ: Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан хәрби парад үтте

Башҡалабыҙҙа Еңеү парады 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады уҙған көндә уҙғарылды. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ сығышында дәһшәтле һуғыш йылдарын, ил азатлығы өсөн башын һалған миллиондарса ҡорбандар тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы. Һуғыш башланыу менән Өфө Совет армияһына резерв әҙерләү урынына әйләнә. Бында тәүге айҙарҙа 10 меңләп һалдат хәрби әҙерлек үтә. Хәрби частар һәм ойошмалар туплана. 1941 йылдың көҙөндә баш ҡалала 361-се уҡсылар һәм 74-се, 76-сы кавалерия дивизиялары барлыҡҡа килә. Өфө пехота училищеһы асыла. Өфө һәм бөтә Башҡортостан халҡы еңеүгә бар көсөн һала. Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу ир-егет китә, уларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне урап үтмәгән. Ул йылдар ил тарихы ғына түгел, шәхсән һәр ғаилә тарихы.