Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Фирҡә сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында төбәк идаралығы Секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. Пандемия осоронда ирекмәндәр ярҙамға мохтаждарға 250 мең дана аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырған, Бәйләнештәр үҙәге 82 мең мөрәжәғәтте ҡабул итеп эшкәрткән. Үткән осорҙағы эшмәкәрлеккә аралаш йомғаҡ яһап фирҡә ағзалары өр-яңы ойошторолған онлайн- лекторийҙарҙың эшен дә юғары баһаланы. Хөкүмәт вәкилдәре һәм, төрлө белгестәр биргән белешмәләрҙе 650 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Онлайн-лекторийҙар эшен һаулыҡ һаҡлау ғына түгел башҡа социаль ярҙам мәсьәләләрен ҡағылышлы темалар буйынса ла артабан дауам итеү ҡарала. Был миҙгелде йомғаҡлау лекторийы 30 июнгә тәғәйенләнгән.Төбәк сәйәси советы Президиумы шулай уҡ быйыл 13 сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарҙа муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарына депутатлыҡҡа дәғүәселәр күрһәтеү тураһында килеште һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа дәғүәселәр исемлеген раҫланы. Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы һәм художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡовҡа фирҡә ағҙаһы танытмаһын тапшырҙы. Журналистар бәйгеһендә еңеүселәрҙе һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Төбәк етәксеһе 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙе ойоштороу мәсьәләһенә айырым туҡталды. Радий Хәбиров был сарала тәү сиратта кеше сәләмәтлеге хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала
Тулыраҡ: Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала