Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды

Тулыраҡ: Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды

Башҡортостан 1-се июлдә үтәсәк Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә әҙер. Үҙәк, территориаль һәм участка һайлау комиссиялары кәрәкле әйберҙәр һәм йыһаздар менән тәьмин ителде, бюллетендәр алды. Уларҙа коронавирусҡа бәйле именлек саралары ла күрелә. Рәсәйҙә бөгөндән Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башлана. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн һәр кем өйҙә ҡалып йә һайлау участкаһына барып гражданлыҡ позицияһын белдерә ала. Территориаль һәм участка һайлау комиссияларында алдан әҙерлек эштәре атҡарылды. Уларға бюллетендәр һаҡ аҫтында оҙатылды.Рәсәй конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле һайлауға 3 миллион 47 мең бюллетень баҫтырылды. Уларҙың 13 проценты – башҡорт, 7 проценты – татар телендә. Башҡортостандың участка комиссиялары ла тауыш биреүҙәргә әҙер. Комиссия ағзалары кешеләрҙе йоғошло сирҙән аралау маҡсатында, бығаса булмаған хәүефһеҙлек сараларын күрә. Тауыш биреүселәр, күҙәтеүселәр, журналистар, бушлай — битлек, бирсәткә һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған ручка менән тәьмин ителәсәк. Халыҡ именлеген хәстәрләү — төп бурыс. Мәҫәлән, иң беренсе үҙәк, территориаль һәм участка комиссиялары ағзалары, йәмәғәт күҙәтеүселәре дезинфекция саралары менән тәьмин ителәсәк. Һайлаусыларға ла инфекциянан һаҡланыу кәрәк-яраҡтары таратыласаҡ. Һайлаусыларҙың аяҡ-кейемдәре махсус шыйыҡса менән эшкәртелә һәм һәр береһе араһында дистанция һаҡланһын өсөн ҡыҙыл таҫмалар менән бүленгән. Именлекте тәьмин итеү һәм тәртип урынлаштырыу маҡсатында һәр һайлау участкаһында полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Һайлауға килгән кешенең тән температураһы юғары булһа, ул айырым бүлмәгә оҙатыла. Йәғни, башҡа һайлаусылар менән осрашмаясаҡ. Бында уның өсөн махсус урын билдәләнгән һәм айырым урна килтерелә.Йәмәғәт күҙәтеүселәренең дә урыны билдәләнгән. 1-се июлдә үтәсәк кампанияла 35 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе ҡатнашыр, тип көтөлә. Уларҙың күбеһе партияларҙан түгел, ә үҙҙәрен күрһәткән ябай граждандар. Күҙәтеүсе булырға теләгәндәрҙең барыһының да документтары ҡабул ителгән. Улар ирекмәндәр кеүек бушлай һәм Үҙәк һайлау комиссияһы менән тура бәйләнештә эшләйәсәк. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостанда тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 70-80 проценты гражданлыҡ бурысын үтәр өсөн һайлау участкаларына киләсәк.Рәсәй конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле, был кампанияла бөгөндән алданыраҡ ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн дәүләт хеҙмәте порталын файҙаланырға йәки шылтыратырға була. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының элемтә телефоны: 8-800-200-00-20, шылтыратыу бушлай. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләй. 230 участка һайлау комиссияларында КОиБ-тар ҡуйыла. Был кампания һөҙөмтәләре 3-сө июлдән дә ҡалмай билдәле буласаҡ, тип хәбәр итәләр Үҙәк һайлау комиссияһынан.