Минең ихатам

Тулыраҡ: Минең ихатам

Башҡортостан24 телеканалы һәм Маяҡ радиоһы “Минең яратҡан ихатам” ижади конкурсының еңеүселәрен билдәләне. Был проектта республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Телевизион конкурста икенсе урынға Фәнис Бикташев лайыҡ булды. Ул үҙенең баҡса йортон Рәсәй һәм Башҡортостан флагы төҫтәре менән биҙәгән. Иң шәп йорт биләмәһе тип Сергей Горелкиндыҡы аталды. Уның эше иң күп тауыш йыйып, абсолют еңеүгә өлгәште. Гринворкс компанияһы әҙерләгән бүләктәрҙе алыр өсөн Маяҡ радиоһына шиғыр һәм таҡмаҡтар ебәреүселәр араһында ла бәйге көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә, Әминә Ғайсина менән Тимур Дауытов еңеүсе тип табылды. Аккумулятор менән эшләүсе техника — газон сапҡыс һәм бысҡы, 1се һәм 2се урынға сығыусыларға тапшырыласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү – 29 июндә, Маяҡ радиоһының Уфимский берег тапшырыуында тура эфирҙа һәм 30сы июндә, Башҡортостан 24 һәм Рәсәй1 телеканалында, «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуында буласаҡ.