Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй кинологтары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо уңайҙан хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дүрт аяҡлы эҙәрмәнде тәрбиәләү нескәлектәренә төшөндө.Надежда Отвесова юғалған кешеләрҙе эт ярҙамында эҙләүсе республикалағы берҙән-бер кинолог. Уның өсөн ял тигән төшөнсә юҡ. Тоғро дуҫы, бордер –колли тоҡомло хеҙмәттәше менән ул көндә эштә. Надежданың дүрт аяҡлы дуҫы менән ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләүе осраҡлы түгел. Йәш ҡыҙ – үҙен тоғро дуҫынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Кешеләргә ярҙам итеүҙе лә үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй. Бәләкәйҙән төрлө харабалар, урман, тауҙар үҙенә ылыҡтырған. Бөтә мауығыуҙары ҡотҡарыусы-кинолог һөнәрендә үҙ урындарын тапҡан. Үҙенә тоғро хеҙмәттәш һайлауға ул бик етди ҡараған. Ишелгән бина емереклектәре кинолағы ҡурҡыныс фажиғәне хәтерләтә. Был кинологтарҙың яратҡан урыны. Эттәр менән күнекмәләрҙе тап ошонда үткәрә ҡотҡарыусылар. Надежданың тоғро дуҫы Торин ошо өйөмдәр араһында йәшенгән кешене табырға тейеш. Уны табыу менән эт тауыш бирә. Ҡыҙ алыштырғыһыҙ дуҫын маҡтап, шунда уҡ тәмлекәсен ҡаптыра һала. Торин башҡа эҙәрмәндәрҙән айырылып тора. Ул эҙ буйынса эшләмәй, кешене еҫкәп эҙләй, бөтә тирә-яҡты урап, тикшереп сыҡмайынса, тынысланмай дүрт аяҡлы ҡотҡарыусы. Оҙаҡ көтөргә тура килмәне, ҡотҡарыусы эт мине тиҙ тапты.Надежда эҙләнеүҙәргә сығыуға кәрәкле әйберҙәрҙе барлай. Техноген урындарҙа эшләр өсөн махсус эҙерлек талап ителә.Немец телендә, русса, инглизсә, Торин 3 телдә 80-гә яҡын команда белә. Хужабикәһе Надежда уны башҡорт телендәге командаға ла өйрәткән. Тикшереп ҡарайыҡ эле. Ҡулымда Ториндың яратҡан уйынсығы, тимәк ул минең командаларымды ла үтәргә тейеш. –Торин, кил бынла, ултыр! Афарин!Надежда Отвесова үҙ тәжрибәһе менән дә бүлешә, Волонтерҙар рәтенә баҫҡан егет-ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың дүрт аяҡлы дуҫтарына белгәндәрен өйрәтә, эҙләнеү эштәренә әҙерләй. Үҙе иһә, тоғро ярҙамсыһы Торин менән һәр ваҡыт ҡотҡарыу эшенә әҙер. Әгәр ҙә бер генә кешенең ғүмерен ҡотҡарыуҙа ярҙамдары тейһә, тимәк бөтә тырышлыҡ юҡҡа түгел.
Бөтә Рәсәй кинологтары көнө
Тулыраҡ: Бөтә Рәсәй кинологтары көнө