Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Тулыраҡ: Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Өфөлә алты миллион ҡорбан иҫтәлегенә алты символик шәм ҡабынды. Йәһүд милли-мәҙәни үҙәге биләмәһендә асылған монументаль композиция Волга буйы һәм Урал федераль округтарында Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған тәүге һәм әлегә беренсе һәйкәл. Ошо уңайҙан ойошторолған тантана Башҡортостанда йәшәгән йәһүд халҡы ғына түгел, ә бар милләт һәм конфессиялар өсөн иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙ һәм холокост ҡорбандарының яҡты иҫтәлегенә символик шәмдәрҙе һуғыш ветерандары вәкиле, Башҡортостандағы өс ҙур конфессия етәкселәре, Республика башлығы Радий Хәбиров ҡабыҙҙы. Һәйкәл 3 метр ярым бейеклектәге өс таш колоннанан тора. Уларҙың иңбашында ватылған менора мәңгелек утты һындандыра. Символик композицияның авторы Санкт-Петербург рәссамы Александр Позин. Бындай иҫтәлекле урындар халыҡтарҙың сағыу ҙа, аяныс та үткәндәрен хәтерҙә һаҡлар, ватан тарихын өйрәнер, ғәҙелһеҙлек ҡорбандарын онотмаҫ өсөн мөһим. Һәйкәл авторҙары улар ни тиклем күберәк булһа, яңы быуын вәкилдәренең күңеле шул тиклем күркәмерәк булыр, тигән өмөт белдерә