Башҡортостанда ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү бара

Тулыраҡ: Башҡортостанда ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү бара

Бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү башланды. Сәйәси сараның тәүге көнөндә үк электорат әүҙемлек күрһәтә. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү кесаҙна башланды. Ил закондарының төп тупланмаһын яңыртыу мәлендә халыҡ һүҙен ишетеүгә теүәл бер аҙна ваҡыт бирелә. Беренсе июлгә тиклем, республикала, тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллион 47 мең граждан Конституцияға үҙгәрештәр индереү кәрәкме тигән һорауға үҙ яуабын әйтәсәк. Тауыш биреүҙәрҙе һайлау менән бутарға ярамай. Был юлы электорат теге йәки был кандидатты яҡлап сыҡмай. Өфөләге 97-се мәктәптә урынлашҡан участокҡа килеүселәр быны яҡшы аңлай. Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге юғары ғына. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә конституцион хоҡуғын башҡарырға әҙер.Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреүҙә ҡулланылған бюллетендәр айырым һаҡ аҫтына алына. Ҡулланылған документтар көн аҙағында махсус сейфҡа бикләнә. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреүҙәрҙең үҙ ҡағиҙәһе бар. Участкаларҙа кешеләр ағымы күп булмаҫҡа тейеш. Граждандар араһында метр ярымлыҡ арауыҡ, бирсәткәләр һәм медицина маскалары. Көн дауамында участкаларҙы дезинфекциялау алып барыла. Башҡортостанда Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреүҙең рәсми һөҙөмтәләре июлдең икеһендә иғлан ителһә, ил буйынса дөйөм белдереү етенсе июлдә билдәле буласаҡ.