Республикала короновирус менән ауырыусылар кәмей.

Тулыраҡ: Республикала короновирус менән ауырыусылар кәмей.

Әммә, Радий Хәбиров билдәләүенсә, тынысланырға иртәрәк. Пандемия осоронда табиптар ысын мәғәнәһендә батырлыҡ күрһәтә. Айҙар буйы үҙ ғаиләһен күрмәүселәр ҙә бар. Короновирус йоҡтороп айырым бокстарҙа ятыусы сирлеләргә табиптар махсус кейемдә генә керә. Баштан аяҡҡа тиклем костюм, күҙлек, битлек һәм икешәр ҡат бирсәткә. Пациентҡа ингән кешенең тәнендә асыҡ урын бөтөнләй ҡалырға тейеш түгел. Зиедулло Ибодуллаев короновирус йоҡтороусыларҙың береһе. Инфекция дауаханаһында ул яҡынса ике аҙна ята. Табиптар уның хәлен әле яҡшы тип билдәләй.Табиптар пациенттың хәлен даими тикшереп тора. Бөтә тәнде ҡаплаған костюмда улар кәрәкле процедуралар эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, битлек аша тын алыуы ауыр, күҙлектә лә йөрөүе уңайлы түгел. Короновирус менән ауырыған пациент айырым ишектән инә. Уның өсөн бүлмәлә махсус йоҡлау урыны билдәләнгән. Ә пациентты дауалаусы табип иһә ошо ишектән керә. Пациентты ҡарап бөткәндән һуң, ул мотлаҡ рәүештә бөтә тәнен һәм ҡулын дезинфекцияларға тейеш.Костюмды табиптар пациентҡа ингән һайын яңыһын кейә. Тотонолғаны иһә шунда уҡ сүп-сар һауытына ырғытыла. Дүртенсе инфекция дауаханаһы баш табибы Радик Ғәлимов хәҙер Зубово янында төҙөлгән яңы инфекция дауаханаһына етәкселек итә. Табиптар вирус йоҡтороусылар менән эшләргә әҙер ине, тип билдәләй ул. Пандемия сәбәпле, үҙ балаларын да күрмәй эшләүсе табиптар бихисап. Республика клиник дауаханаһы терапевты Алһыу Нурғәлиева, мәҫәлән, кешеләр менән тик телефон аша ғына һөйләшергә мәжбүр. Ике айға яҡын ул үҙ ғаиләһен дә күрмәгән. Короновирус башланғас, терапевҡа дауаханала ҡалып сирлеләрҙе ҡарарға тура килә. 17-се балалар клиник дауаханаһы өлкән шәфҡәт туташы Анна Таһироваға ла короновирус таралғандан алып эшләргә тура килә. Ул көн һайын дауаханаға килгән балаларҙан вирусҡа анализ ала. Анна Таһирова алты балаға әсә. Яҡындарына хәүеф тыуҙырмаҫ өсөн, өйгә ҡайтыр алдынан мотлаҡ бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәйем, ти ул. Республикала коронавирус менән ауырыусылар һаны аҙая башланы. Һәр табип был ауыр сирҙең тиҙ арала сигенеүен һәм ғәҙәти тормош менән йәшәй башлауын көтә.