10 мең һумлыҡ түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды

Тулыраҡ: 10 мең һумлыҡ түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды

Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Июндә түләү алғандарға ул июлдә автоматик рәүештә, Пенсия фондында булған мәғлүмәттәр нигеҙендә күсерелә. Кемдәр бындай пособие алып өлгөрмәгән, 1 октябргә тиклем ғариза тапшырырға тейеш. Улар июнь-июль өсөн түләүҙәрҙе бер юлы аласаҡ. Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй президенты балалы ата-әсәләргә йәнә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Яҙ Владимир Путин тәҡдиме менән апрелдән июнгә тиклем өс йәшкә тиклемге һәр балаға 5 мең һум, өс йәштән 16 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 10 мең һум түләнгәйне. Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәт итеп тағы ла 10 мең һум күләмендә пособие түләү тураһында белдерҙе. 16 йәшкә тиклемге балаһы булған бөтә ғаиләләргә лә ошондай финанс ярҙамы күрһәтелә. Был маҡсатҡа ил ҡаҙнаһынан 270 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә.