Бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле әүҙем тауыш биреү бара. Беренсе июль, 20 сәғәткә тиклем, республикала, тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллион 47 мең граждан Конституцияға үҙгәрештәр индереү кәрәкме тигән һорауға үҙ яуабын әйтәсәк. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреүҙәрҙең үҙ ҡағиҙәһе бар. Участкаларҙа кешеләр ағымы күп булмаҫҡа тейеш. Граждандар араһында метр ярымлыҡ арауыҡ, бирсәткәләр һәм медицина маскалары. Көн дауамында участкаларҙы дезинфекциялау алып барыла. Башҡортостанда Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреүҙең рәсми һөҙөмтәләре июлдең икеһендә иғлан ителһә, ил буйынса дөйөм белдереү етенсе июлдә билдәле буласаҡ.
Рәсәй халҡы әүҙемлек күрһәтә
Тулыраҡ: Рәсәй халҡы әүҙемлек күрһәтә