Тынысланырға иртәрәк

Тулыраҡ: Тынысланырға иртәрәк

Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәрен һайлау участкаларында тауыш биреү осоронда эпидемиологик хәлгә айырым иғтибар бирергә саҡырҙы. Республикала КОВИД19 сиренә бәйле хәл тотороҡло, әммә тынысланырға иртәрәк.Битлек режимы үҙ көсөндә ҡала, мәктәп лагерҙарын асыу йәнә ике аҙнаға кисектерелә, шифаханалар обсерватор булараҡ эшмәкәрлеген дауам итә. 29 июнгә республикала коронавирус инфекцияһы асыҡланған 5315 сирле теркәлгән. Үткән тәүлектә был һан 48-гә артҡан. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, дөйөм артым темпы бер проценттан түбәнерәк. Эпидемиологик хәл торошона ярашлы, Роспотребнадзор балалар учреждениеларын киң асыуҙы әлегә сикләп тора. Ошо уңайҙан республика башлығы мәктәп лагерҙары эшен башлауҙы 15 июлгә тиклем кисектерергә тәҡдим итте. Битлек режимы да туҡтатылмай. Был айырыуса ябыҡ биналарҙа үткән осрашыуҙар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, магазиндар, йәмәғәт транспорты, күмәк саралар, һайлау участкаларына ҡағыла. Һуңғылары тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеген хәстәрләүҙе тәү бурыс итеп алырға тейеш. Көнэлгәре тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән кешеләрҙең 100 проценты тауыш биреп тә өлгөргән. 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция тәртибе йәнә ике аҙна һаҡланһа, мәктәп тамамлаусылар Берҙәм Дәүләт Имтиханын тапшырырға әҙер. Республиканың фән һәм мәғариф министры белдереүенсә, 19093 кеше имтихан тапшырырға ҡарар иткән. Быйылғы имтихандың үҙенсәлеге  — мәктәпте элек тамамлағандар һынуҙарҙы быйылғы уҡыусылар менән бергә тота. Эпидимиологик хәл аудиторияларҙа бер юлы тик 9 кеше булыуын һәм имтихан барышында социаль дистанцияны һаҡлауҙы талап итә, шуға ла имтихан ҡабул итеү участкалары менән уларҙы хеҙмәтләндереүселәр һаны артҡан. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында 240 мең битлек, 110 пирометр, һулар һауаны таҙартыусы 110 күсмә ҡоролма һатып алынған. Республика башлығы юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыуҙы өлөшләтә асыу мөмкинлеген хәстәрләргә тәҡдим итте. Был матур йола, йәштәр уны хәтерҙә ҡалдыра.Күмәк сараларға килгәндә иһә республикала уларҙы киң йәйелдереү әлегә көтөлмәй. Оператив штаб ҡарары менән үткән аҙнала медиктарҙы һөнәри байрам уңайынан хөрмәтләү, йәштәр көнө ойошторолдо. Шишәмбе Өфөлә урбанистика Халыҡ-ара форумы асыла. Күмәк сараларҙа ҡатнашыусылар һаны 50 кеше менән сикләнгән. Оператив кәңәшмәлә хөкүмәт ағзалары республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ Милли проектын бойомға ашырыу, фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперацияһы селтәрен ҡороу буйынса төбәк проектын үтәү барышы һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.