Табиптар өсөн асыҡ һауала концерт

Тулыраҡ: Табиптар өсөн асыҡ һауала концерт

Республика халыҡ ижады үҙәге Өфөнөң Дим районы клиник дауаханаһы алдында хәйриә концерты ойошторҙо. Сара коронавирус менән көрәшкән табиптарға һәм пациенттарға бағышланды. Дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр менән үрелеп барған концерт аҡ халатлыларға ошо рәүешле рәхмәт белдереү маҡсаты менән үтте. Госпиталь алдында асыҡ һауала «Бишбармаҡ» оркестры һәм халыҡ ижады үҙәгенең үҙешмәкәр артистары сығыш яһаны. Сара аҙағында волонтер-табиптар дауахана хеҙмәткәрҙәренә бүләктәр тапшырҙы.