Бында ике ай тирәһе ҡабул итеү бүлеген төҙөкландереү эштәре бара. Июль башынан пациенттарҙы яныртылған, заманса диагностикалау бүлегендә ҡабул итәсәктар. Фирүзә Риф ҡыҙы үҙәк дауаханала 30 йылдан артыҡ эшләй. Мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙар өсөн пандус эшләнеүенә ул ҡыуанып бөтә алмай. Сөнки, бығаса уларҙы күтәреп индерергә тура килә ине, ти ул. Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы дауаханаһында ике айға яҡын дауам иткән ремонт эштәре тамамланыуға бара. Бинаның беренсе ҡаты тулыһынса үҙгәртелгән. Рентген бүлмәһе генә үҙ урынында. Ул ҡабул итеү һәм диагностикалау бүлегенең мөһим бер өлөшө. Яңыртылған бүлек ауырыуҙарҙы бер урында ғына ҡарап артабанғы дауалау юлын билдәләргә булышлыҡ итә. Әлбиттә, быға тиклем дә дауахана ашығыс мөрәжәғәт иткән сирлеләргә тулы ярҙам күрһәткән. Тик тәүярҙам алыу өсөн кабинеттарҙы үтеүгә оҙаҡ ваҡыт талап ителгән. Хәҙер улар бер урынға тупланған.Табип йәш ҡатындың йөрәк тибешен тыңлай. Был аппарат ультра тауыш менән диагностикалауҙың төрлө мөмкинлектәрен аса. Бер аҙна элек кенә йөрәк тикшереү өсөн юллама менән Өфөгә барырға тура килһә, хәҙер был хеҙмәтте халыҡ урында ала. Ә был УЗИ аппараты тәүгеләрҙән булып яңыртылған ҡабул итеү һәм диагностикалау бүлегендә урын аласаҡ. Дауахана етәкселеге районға йәш табиптарҙы эшкә ҡайтарыу буйынса ла хәстәрлек күрә. Стажировкаға килгән ҡыҙ, офтальмолог Гүзәл ... киләсәктә Нуриманга ҡайтырға иҫәп тота. Бәләкәй пациенттар әлегә өлкәндәр менән бер сиратта табип ярҙамын көтһә, быйылғы йәй уларҙы айырым ҡарау өсөн яңы бинаны ремонтлау эштәре башланасаҡ.
Нуриман районының үҙәк дауаханаһы яңырыу кисерә.
Тулыраҡ: Нуриман районының үҙәк дауаханаһы яңырыу кисерә.