Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Еңеү йөҙҙәре — 75” тип аталған күргәҙмә асылды. Уны республика парламенты менән бергә төбәктең фоторәссамдары ойошторҙо. Булат Ғәйнетдинов, Олег Яровиков, Андрей Старостин, Валерий Шахов һәм тағы ла 9 авторҙың бихисап эштәре араһынан 75-е һайлап алынды. Фотографтарҙың күбеһе киң мәғлүмәт сараларында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан күренекле шәхестәр, тетрәндергес һәм шатлыҡлы күренештәр сағылдырылған уларҙың эштәрендә. Миңлеғәле Шайморатов, Мостай Кәрим, Муса Гәрәев, Әнүәр Бикчәнтәев, Әнғәм Атнабаев һәм тағы ла бихисап портреттар араһында архив материалдары — концлагерҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың немец телендә тултырылған анкеталары, көндәлектәренең фотолары бар. Бер картинаға Маршал Жуковтың фотолары тупланған. Уларҙың авторы “Ҡыҙыл йондоҙ” гәзите фотохәбәрсеһе Григорий Авраменко. Уның менән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фоторәссам Вячеслав Стрижевский яҡындан аралашҡан. Күргәҙмәне ойоштороу идеяһы тап Вячеслав Александровичтыҡы. Экспозицияла уның фотолары ла бар.
Еңеү йөҙҙәре – 75
Тулыраҡ: Еңеү йөҙҙәре – 75