Кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырған кеше

Тулыраҡ: Кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырған кеше

Күптәнге хыял. Тәүҙә үҙенең ихатаһында балалары өсөн уйын майҙансығын төҙөргә теләгән ир, күрше тирәһе менән кәңәшләшкәндән һуң, күмәкләп урам буйына кескәйҙәр өсөн майҙансыҡ эшләп ҡуйған. Балаларға байрам кәйефен өҫтәп, майҙансыҡты рәсми асыу тантанаһы ойошторолдо. Ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр — балалар майҙансығы төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән һәм кескәйҙәрең күңелле тауыштарына күмелгән. Нагаево ауылының Ромашково урамында йәшәүселәр майҙансыҡты төҙөп бөтөп, асыу тантанаһын ойошторҙо. Бала саф һауала йөрөп үҫергә тейеш, ти күп бала әсәһе Гөлнара Арыҫланова. Ә уларҙың хәүефһеҙлеге — өлкәндәр хәстәре. Ромашкова — яңы урам, күпселек йәш ғаиләләр төпләнгән, һәр йорттан 2-3-шәр бала. Быға тиклем кескәйҙәр күршеләр ихатаһында йыйылып йәиһә юлға сығып уйнаған. Тәүҙә Роман Еремин үҙ урамында майҙансыҡ төҙөргә ниәтләй, күршеләре менән кәңәшләшкәндән һуң, бөтә урам балалары өсөн уйын майҙансығы эшләргә килешәләр. Башта ата-әсәләр ҡормаладарҙы тулыһынса һатып алырға ҡарар итә, әммә хаҡтарын күреп, үҙ аллы эшләргә килешә. Ғөмүмән, балалар майҙансығы 3 тапҡырға осһоҙораҡ килеп сыҡҡан.Балалар үҙ урынын тапты. 8 ғаилә йыйылып, балалар өсөн ошондай майҙансыҡ төҙөгән. Тау, әүһәлей, баҫҡыстар – барыһын да ошо тирәлә йәшәүселәр үҙ ҡулдары менән эшләгән. 2 аҙна эсендә эштән һуң, бер-береһенә ярҙам итеп, йәһәт кенә яңы майҙансыҡ төҙөп ултырталар. Балалар ҙа ярҙамдан ситтә ҡалмай. Хәҙер һәр береһенең үҙенең яратҡан урыны бар. Яңы майҙансыҡ барыһының да иғтибарын йәлеп итә. Һәр балаға бында уйын өсөн юл асыҡ, ти оҫта күршеләр. Нагаево мәктәбенә тиклем 2 км тирәһе арауыҡ. Тик көҙ һәм яҙ көндәре мәктәп уҡыусыларына батҡаҡ урамдан йөрөүө ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.Октябрь районы хакимиәте тарафынан Ромашково урамындағы яңы балалар майҙансығын төҙөр өсөн транспорт бүленә һәм ҡом килтерелә. Нагаево ауылында 4 меңгә яҡын кеше йәшәй. Башҡа урамдар ҙа яңы майҙансыҡ өлгөһөн үҙләштерергә теләк белдергән.