Фажиғә сәбәптәрен полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлаясаҡ.Бәхеткә күрә, малай иҫән ҡалған. Табиптар уның хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса малай имен ғаиләнән, мәктәптә яҡшы билдәләргә өлгәшә. Ҡыҙғаныс, бөтә донъя селтәрендә сабыйҙарҙың күп ҡатлы йорт тәҙрәләренән осоп төшөүе тураһында видеояҙмалар бик күп. Бына ошондайҙары ла бар. Шуҡ малайҙар үлем менән йәшәү араһында ҡала. Был хәлгә тәү сиратта ата-әсәләр ғәйепле. Сөнки улар аңлатыу эштәре алып бармай, тиктормаҫ балаларын яңғыҙын ҡалдыра. Шул сәбәпле күңелһеҙ хәлдәр килеп сыға ла инде.
Нефтекама ҡалаһында 11 йәшлек малай 8-се ҡаттан ҡолап төшкән
Тулыраҡ: Нефтекама ҡалаһында 11 йәшлек малай 8-се ҡаттан ҡолап төшкән