Рәсәй президенты Владимир Путиндың Указы Рәсәй һәм Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәргә етди үҙгәрештәр индерә. Беҙҙең республика был ил менән оҙайлы һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. Хәҙер иһә власть, бизнес һәм мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре йүнәлештәрҙе үҙгәртергә мәжбүр.Аграр төбәк булараҡ Башҡортостандың тауар әйләнешендә артыҡ үҙгәрештәр көтөлмәй, емеш-еләк төрҙәрен ҡайҙан һатып алыу мәсьәләһен эшҡыуарҙар хәл иткән дә инде. Аргентина, Ҡытай, Иран сауҙагәрҙәре менән бәйләнештәр тотороҡло. Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнеше дөйөм күрһәткестең 6 процентын тәшкил итһә, туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек 70 процент. Төркиәнең туризм министрлығы етәксеһе Рәсәй халҡын ялдан баш тартмаҫҡа саҡырған. Ә бына 15-се декабргә тәғәйенләнгән „Тюрквижн„ йыр фестиваленә Башҡортостан вәкилдәре бармаҫҡа ҡарар итте. Төрки илдәрен берләштергән „Төрксой„ мәҙәни ойошмаһы менән бәйләнештәр шулай уҡ кисектерелә. Рәсәй мәҙәниәт министрлығы төбәктәргә хеҙмәттәшлекте туҡтатыу зарурлығы тураһында телеграммалар юлланы.
Аҙыҡ-түлек эмбаргоһы һәм гуманитар бәйләнештәрҙе сикләү
Тулыраҡ: Аҙыҡ-түлек эмбаргоһы һәм гуманитар бәйләнештәрҙе сикләү