Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Иҡтисади санкциялар ойошмаларҙың Төркиә граждандарын эшкә урынлаштырыуын сикләй. Аҙыҡ-түлек эмбаргоһы ит, балыҡ, һөт ризыҡтарын, йәшелсә-емеш һатып алыуға ҡағыла.

Рәсәйҙең Сүриәләге СУ-34 истребителдәре авиабомба менән генә түгел һауа-һауа ракеталары менән дә ҡоралланды.Хәҙер уларға арттан һәжүм итеү мөмкин түгел.

Рим папаһы мосолмандарҙы туғандар тип атаны. Ул христиандарҙы һәм мосолмандарҙы ыҙғыштан туҡтарға һәм тыныслыҡ урынлаштырырға саҡырҙы. Был хаҡта ул Банги мәсетендә белдерҙе.

Ҡытайҙың иң ҙур ҡалалары төтөн аҫтында ҡалды. Һауала зарарлы матдәләр норманан 10 тапҡырға артып киткән. Пекин хакимиәте халыҡты урамға сыҡмаҫҡа саҡыра. Ҡалала 20 миллион самаһы кеше йәшәй.