Рәсәйҙә ,,Уңайлы мөхит,, программаһы тормошҡа ашырыла

Тулыраҡ: Рәсәйҙә ,,Уңайлы мөхит,, программаһы тормошҡа ашырыла

Документ йәмәғәт урындарында инвалидтар өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙаллай. Ошо көндәрҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, ҡала хакимиәте менән берлектә программаның үтәлешен тикшерҙе. Сауҙа үҙәктәре янындағы туҡталыштарҙа инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа торған автомобилдәрҙе эвакуацияланы һәм штраф һалды. Күпселек автоһәүәҫкәрҙәр инвалидтар өсөн ҡуйылған юл билдәләрен инҡар итә һәм махсус туҡталыштарға автомобилдәрен ҡуя. Инспекторҙар баш ҡаланың иң ҙур сауҙа үҙәктәрен тикшерҙе. Уларҙың барыһында ла водителдәрҙең ҡанундарҙы үтәмәүе асыҡланды. Йәғни, инвалидтар өсөн барлыҡ урындар буш түгел ине. Рейд барышында егермегә яҡын автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылды һәм шунсама водителгә ҡарата протокол төҙөлдө. Белгестәр был мәсьәләгә йәмәғәтселек, ойошмалар иғтибарын йәлеп итергә кәрәк, тип иҫәпләй. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә автомобилдәрен ҡуйыр өсөн башҡа водителдәрҙең киткәнен көтөргә йә алыҫ урынға машинаһын ҡуйырға тура килә. Был да инвалидтарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Рәсәй буйынса Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған саралар 10 декабргә тиклем дауам итә. Ошо арауыҡ эсендә инспекторҙар башҡа туҡталҡаларҙы ла тикшерергә йыйына.