Бөгөн Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

Был дата хәүеф менән янаған ауырыу тураһында онотмаҫҡа өндәй, сирле кешеләрҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж булыуын тағы ла бер тапҡыр хәтергә төшөрә. Ҡыҙғанысҡа, СПИД ауырыуына вакцина әлегә юҡ. Артур һигеҙ йыл элек табип кабинетына инеп, бөтөнләй икенсе донъяға аяҡ баҫа. Унда ВИЧ-инфекциялы икәнен белеп, ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла уйлай. Ауырлы ҡатынына хыянат итеп ир үлемесле сир йоҡторған. Һуңғы йылдарҙа тап Артур кеүек енси юл менән зарарланыусылар һаны артып, бөтә ауырыусыларҙың 58%-ын тәшкил иткән. Осраҡлы енси бәйләнеш, тәртипһеҙ йәшәү рәүеше – былар бөтәһе лә ВИЧ-инфекция йоҡтороу хәүефен арттыра. Икенсенән, ВИЧ йөрөтөүселәр наркомандар артыуы иҫәбенә тулылана. Егерменсе быуат тағуны – СПИД ауырыуы йәмғиәттә йәшен тиҙлеге менән тарала. 90-сы йылдар башында беҙҙең республикала ни бары 9 СПИД йөрөтөүсе иҫәпләнгән. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ВИЧ-инфекциялы 22 мең 979 ауырыу теркәлгән. Ә ысынбарлыҡтағы сирлеләр һанын билдәләр өсөн был һанды унға ҡабатларға кәрәк. Бик хәүефле күрһәткес. Быйыл ғына 2600-ҙән ашыу зарарланыусы асыҡланған. Үткән йыл менән сағыштырғанда был һан 1,25%-ҡа артҡан. Башҡортостан — Волга буйы округында сир күрһәткестәре юғары булған алты биләмә иҫәбенә инә. Сирҙең “йәшәреүе” лә табиптарҙы хәүфкә һала. Быйыл 14 йәшкә тиклемге 18 үҫмер асыҡланған. ВИЧ-инфекция барлығын белә тороп, сирҙе аңлы рәүештә башҡаларға йоҡтороусылар ҙа бар. Бының өсөн кеше 5 йылға тиклем енәйәт яуабына тарттылыу ихтималы ла туҡтатмай. Бындай осраҡтар беҙҙең республикаға ла ят түгел.ВИЧ-инфекциялылар тәү сиратта йәмғиәт тарафынан ҡыйырһытыла. Эштән ҡыуыла, яҡындары һәм дуҫтары унан баш тарта. Һөҙөмтәлә, улар йөҙҙәрен йәшереп, ҡараңғылыҡҡа сума. Әммә һирәктәр генә был сир менән көрәшергә, унан өҫтөн күтәрелергә көс таба.Донъя медицинаһы бөгөн был афәт алдында көсһөҙ, һәм ВИЧ йоҡторған һәр кешенең яҙмышы фажиғәле тамамлана. Вирусты бөтөнләй бөтөрөп булмаһа ла, табиптар йоғошло ауырыуҙы кәметеү йәһәтенән етди саралар күрә.Төбәктә инфекция табылған сирлеләрҙең антиретровируслы терапияны бушлай алыу мөмкинлеге бар. Был сара тулыһынса дәүләт тарафынан финанслана. Тик бының өсөн табиптарға мөрәжәғәт итеү зарур. Вируслы кешенең иммунитеты кәм тигәндә ярты йылға бер тапҡыр тикшерелергә тейеш. Антиретровирус терапияһы ВИЧ-инфекцияны әсәнән балаға күсеү осраҡтарын да кәметә. Сөнки әле республикала 525 йөклө ҡатын иҫәптә тора, 333 бала СПИД ауырыуын йөрөтөүсе әсәнән тыуған. ВИЧ хатта тәнгә татуировка төшөргәндә йоға. Вирусты йоҡтороу-йоҡтормау кешенең шәхси тәртибенә бәйле. Ҡайһы берәүҙәр был бәләгә осраҡлы ғына юлыға. ВИЧ-инфекциялы сәләмәт кешенән тәү ҡарашҡа бер нисек тә айырылмай. Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап кешенең зарарланыуын йәки зарарланмауын билдәләп булмай: тик махсус лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында ғына асыҡлау мөмкин. Бының өсөн республиканың СПИД һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәшеү үҙәгенә мөрәжәғәт итеп ҡан тапшырырға кәрәк. Амбулатор типтағы үҙәктә ауырыуҙарға махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтәләр. Өфөнән тыш, үҙәктең филиалдары республиканың Сибай, Белорет, Күмертау ҡалаларында ла эшләй. Улар төбәктең бөтә ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙарҙы күҙәтеү аҫтында тота.Иң ауыры – кешегә уның инфекцияға дусар ителеүе тураһында хәбәр итеү, ти үҙәктең хеҙмәткәрҙәре. Шуға бында психолог бүлмәһе эшләп килә.Күптәр ВИЧ һәм СПИД — икеһе лә бер үк төшөнсә, тип уйлай. Ысынында был фекер дөрөҫлөккә тап килмәй. ВИЧ — иммун системаһын бөтөрөүсе вирус, ә СПИД  — ВИЧ инфекциялы кешелә иммунитет түбәнәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән сирҙәр. ВИЧ менән зарарланған кешелә, дауаланмаған осраҡта СПИД үҫешә башлай. Шуға ла, һәр кем сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, ваҡытында медицина тикшереүҙәрен үтһә, быуат афәтенән ҡотолорға мөмкин, ти табиптар.