Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, „Русфонд„ хәйриә фонды һәм „Комсомольская правда„ гәзите менән берлектә изгелек марафонын дауам итә. Өфө ҡалаһында йәшәүсе 5 йәшлек Камилла Ғәлиуллинаға ла ярҙам талап ителә.Камилла һәр бала кеүек һүрәт төшөрөргә, буярға, уйлап сығарылған геройҙарына исем ҡушырға ярата. Тәү ҡарауға тиңдәштәренән бер ҙә айрылмай. Тик бер йыл элек ҡуйылған ҡурҡыныс диагноз Ғәлиуллиндар ғаиләһен яңынан йәшәргә өйрәтә. Ҡыҙға беренсе типтағы шәкәр диабеты тигән диагноз ҡуялар. Бала инсулинды ситтән алып йәшәрә мәжбүр. Камилла киләсәктә үҙен тулы хоҡуҡлы шәхес итеп тойһон өсөн, барыһы ла ғаиләнең иғтибарынан, бала үҙен нисек бар шулай итеп ҡабул итеп өйрәнеп үҫеүенән тора, ти әсә кеше.Бындай бала даими иғтибар талап итә, шуға күрә әсә кеше эштән китергә мәжбүр була. Ҡыҙҙың организмындағы шәкәр кимәлен йоҡлаған саҡта ла тикшереп торорға кәрәк. Бындай инсулин помпаһын да Камиллаға яңыраҡ ҡуйғандар.Ике көн һайын артҡы яҡҡа беркетелгән энәне алмаштырып тороу кәрәк. Әлеге көндә улар бер-нисә көнгә етерлек кенә ҡалған. Йыл ярымға алдан алып ҡуйыу өсөн ғаиләгә йөҙ илле мең һумға яҡын аҡса талап ителә. Камилланың ғүмере лә ошо бәләкәй генә ҡумта эсендәге инсулиндан тора. Инсулин помпаһына өҫтәлмә рәүештә энәләр талап ителә. Ата-әсәнең әлеге ваҡытта 150 мең һумға яҡын сумманы йыйыу мөмкинселеге юҡ. Камилланың сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Ғәлиуллиндар ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт итә. Сабыйға теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн латин хәрефтәре менән DETI яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин, әгәр телефон операторҙар һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ Жанна Закированың яҙмышын үҙгәртер, сабый тулы тормош менән йәшәй башлар.
5 йәшлек Камилла Ғәлиуллинаға ла ярҙам талап ителә
Тулыраҡ: 5 йәшлек Камилла Ғәлиуллинаға ла ярҙам талап ителә