Республика башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалында тура эфирға сығып пандемия шарттарында һайлау участкаларының эш барышы тураһында һөйләне. Иртәнән кискә тиклем Үҙәк һайлау комиссия ағзаларының бер төркөмө тауыш бирергә теләүселәр фатирҙарына юллана. Оло йәштәгеләр, мөмкинлеге сикләнгәндәр, ғөмүмән, һайлау участкаларына килә алмаусылар бер нисә көн алдан шылтыратып тауыш биреү өсөн ғариза ҡалдырырға тейеш ине. Һайлау комиссияһы ағзалары баҡса ширҡәтендә йәшәүселәргә лә барҙы. Һәр береһенә битлек, бирсәткә, ручка таратылды. Розалия Вәлиәхмәтова, мәҫәлән, әле ҡалаға сыға алмай, шуға ла өйҙән тауыш биреү күпкә уңайлы, ти. Шулай ҙа мөмкинлеге сикләнеүселәрҙең күбеһе тауыш биреү өсөн урындағы һайлау участкаға барыуҙы хуп күрә. Сығышы менән Өфөнән булып, әле Мәскәүҙә йәшәүсе Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Флүр Нурлығаянов тыуған яғына тауыш биреү өсөн ҡайтҡан да инде. Мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн бында бөтә уңайлыҡтарҙың булыуы ҡыуандыра, ти ул.Республикала 3 мең 431 һайлау участкаһы эшләй, шуларҙың 7-һе мәҫәлән, насар күреүселәр өсөн тәғәйенләнгән. Ишетмәүсе граждандар өсөн белгестәр, ә насар күреүселәргә махсус трафареттар әҙерләнгән.Илдең төп законына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү республиканың район-ҡалаларында ла әүҙем бара. Һайлау участкаларында барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары үтәлә. Республика башлығы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко менән “Рәсәй-24” телеканалына тура эфирға сыҡты. Радий Хәбиров илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаевҡа Башҡортостанда барған тауыш биреү тураһында һөйләне.Бынан тыш, Башҡортостанда тауыш биреүселәр өсөн «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла. Ҡайһы бер магазиндарҙа, музейҙарҙа, бөҙрәханаларҙа, автосервистарҙа, химик таҙартыу ойошмаларында, оптикаларҙа, дарыуханаларҙа, дөйөм туҡланыу урындарында ташлама яһаласаҡ. Бының өсөн тауыш биргәндә таратылған беләҙекте күрһәтергә кәрәк. Конституцияға үҙгәрештәр кәрәкме тигән һорауға үҙ яуабын граждандар беренсе июль, йәғни бөгөн сәғәт киске һигеҙгә тиклем әйтә ала. Башҡортостанда тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре июлдең икеһендә, ил буйынса етенсе июлдә билдәле буласаҡ.
Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә
Тулыраҡ: Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә