Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар “Киләсәк биләмәһенә Евразия йөрәгенән ҡараш һалды. Халыҡ-ара урбанистика форумы Рәсәйҙә коронавирус таралыуын ҡәтғи сикләү тәртибен йомшартыуҙан һуң ойошторолған тәүге күләмле сара. Бында хәүефһеҙлек шарттары ентекле үтәлә. Форумда ҡатнашыусылар бер нисә майҙанда эшләй, күмәк осрашыуҙар юҡ, ҡул бирешеү кеүек яҡын аралашыуҙарҙан тыйылыу сәйәсәте нығытылған. Рәсәй төбәктәре һәм сит ил вәкилдәре заман шарттарында тирә-яҡ мөхитте ҡороу, уңайлы һәм һаҡсыл файҙаланыу тураһында фекер алышты. Был йәһәттән Өфө тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынған ҡунаҡтарға Республика башлығы Радий Хәбиров мөрәжәғәт итте. Ҡала үҫешенә этәргес биреүсе булараҡ Фәнни белем үҙәгенең әһәмиәте айырым сессия ултырышында барланды. Республика башлығы был майҙанды форумдың иң ҡыҙыҡлы өлөшө, тип билдәләне. “Мәғариф”, “Фән” һәм “Уңайлы мөхит” Милли проектарының өсөһөн бер йүнәлеш – университеттар – белем үҙәктәре- менән бәйләгәндә ҡала киң үҫеш аласаҡ. Урбанистика форумында ҡатнашыусылар ошо фекерҙе хуплай.Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры төбәк юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән юғары белем биреү ойошмаларының яҡын һәм алыҫ киләсәктәге үҫеш йүнәлештәре һәм уларҙы трансформациялау тураһында һөйләште. Башҡортостанда һөнәри белем биреү йорттарының иҡтисади шарттарға яраҡлы уҡытыу алымдарын федераль министр юғары баһаланы. Валерий Фальков Өфө авиация-техник университеты уҡытыусылары һәм студенттары менән дә осрашты. Урбанистика форумы сиктәрендә Өфө ҡала мөхите менән танышыу сәйәхәттәре лә ойошторолдо. Улар араһында биш мең студентҡа иҫәпләнгән күп йүнәлешле заманса кампус төҙөлөшө майҙаны, асыҡ һауала ял һәм күмәк саралар ойоштороу өсөн уңайлы, тип танылған Ағиҙел яры буйы, башҡала ихаталары һәм Өфөлә яңы асылған “Торналар” фонтаны бар. Форумдың эшлекле өлөшөндә иһә Рәсәй ҡалаларын төҙөкләндереүҙең алдынғы тәжрибәһе, иң сағыу проекттар ҡаралды. Пандемия осоронда ла ҡаланы төҙөкләндереү эштәрен туҡтатмаған, сикләүсе үҙизоляция мәлендә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам йүнәлткән Башҡортостан ҡаҙаныштары айырым күргәҙмәгә сығарылды.
Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?
Тулыраҡ: Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?