Бейеүсе торналар

Тулыраҡ: Бейеүсе торналар

Баш ҡалала тағы ла бер ял урыны барлыҡҡа килде. Ҡала мәҙәниәт һарайы янында Бейеүсе торналар музыкаль фонтанын асыу тантанаһы үтте. Төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе булып хәҙер Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын музыкаль фонтан һөйөндөрә. Уның янында спорт ҡоролмалары ҡуйылды һәм бәләкәстәр өсөн корабль рәүешендә эшләнгән уйын майҙансығы урын алды, йәйәүлеләр өсөн ял итеү урындары ла бар. Бейеүсе торналар фонтанын һәм “Дубки” скверын асыуҙа төбәк етәкселеге һәм “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш" халыҡ-ара урбанистика форумы ҡунаҡтары ла ҡатнашты.