Кемдәргә һалым кисектерелә

Тулыраҡ: Кемдәргә һалым кисектерелә

Коронавирустан зыян күргән бизнес һалым түләү йәһәтенән дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Рәсәй Хөкүмәте иҡтисадтың зыян күргән өлкәләрендә эшҡыуарлыҡ иткән ойошма һәм шәхси йүнселдәрҙең һалым түләүгә ҡағылышлы бурыстарын кисектереүҙең ике юлын тәҡдим итә: түләү ваҡытын күсереү һәм һалымды өлөшкә бүлеп түләү. Был шартты файҙаланыу мөмкинлеген һәр кем шәхси һалым түләүсе һаны ярҙамында Федераль Һалым Хеҙмәтенең Интернеттағы рәсми сайтына https://service.nalog.ru/covid2 һылтанмаһы буйынса инеп белешә ала.

- Һалым түләү ваҡытын күсереү – зыян күргән тармаҡтарҙа эшләгән урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекты булараҡ Реестрҙа теркәлгән шәхси йүнселдәр һәм ойошмаларға һалымдарҙың ҡайһы бер төрөн түләү ваҡытын оҙайтыу.

- Кисектереү һәм өлөштәргә бүлеп түләү – шәхси ярҙам сараһы. Уны алыр өсөн 2020 йылдың 1 декабренә тиклем Федераль һалым хеҙмәтенә ғариза яҙырға кәрәк.

Башҡортостанда ғаризаларҙы тикшереү Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығының 4-се район-ара инспекцияһына йөкмәтелгән. Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй һалым хеҙмәтенең сайтында урынлаштырырған «Коронавирус: меры поддержки бизнеса» бүлегендә табырға мөмкин.

https://www.nalog.ru/rn77/business-support-2020/

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir