Ишембай районында Боланут үләнен әҙерләү миҙгеле башланды. Шифалы сәй етештереүселәр халыҡтан сеймал йыя. Сеймал килоһы 20 һумдан йыйыла. Ҡабул итеү нөктәһенә көнөнә 5 центнерҙан 1 тоннаға тиклем сей үлән килтерелә. Сеймалды башлыса Ҡолғона ауылы халҡы йыйып тапшыра. Сәйҙең тәме үләндең ҡайҙа үҫеүенә лә бәйле, ти эсемлек әҙерләүселәр. Тауҙың ҡояшҡа ҡараған битләүендә үҫкән боланут төҫө менән генә айырылмай, ул татлыраҡ һәм һутлыраҡ. Маҡар урман хужалығы боланут сәйе етештереүҙе быйыл йәнә 10 процентҡа арттырырға ниәтләй. Киләсәктә Башҡортостан боланут сәйе республиканан ситтәге сауҙа киңлектәрен дә яулауы ихтимал. Әлеге ваҡытта боланут сәйенә биологик актив ҡушымта дәрәжәһен алыу буйынса килешеү төҙөлә. Шифалы сәй менән Ырымбур өлкәһе һатып алыусылары етди ҡыҙыҡһыныу белдерә. Маҡар урман хужалығы боланут үләненән башҡа мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, кейәү үләне, ҡарағат, ҡурай еләге, ер еләге япрағы кеүек башҡа шифалы үлән сеймалын да әҙерләй. Боланут үләне сеймалы иһә июлдең егермеләренә тиклем ҡабул ителә.
Тулыраҡ https://gtrk.tv/proekty/syhtse-hukmagy/syhtse-hukmagy-makar-urman-huzhalygy