«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды йортонда грантты тапшырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яғынан Аппарат етәксеһе Заһир Ишкин, Фонд яғынан генераль директор Люциә Юлыева документҡа ҡул ҡуйҙы.
Тулыраҡ: https://kurultai.ru/ba/content/1066-proekt-god-bashki..