Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләргә ярҙам итеү. Мәктәп кәрәк-яраҡтары “Ғаилә” үҙәгенең район-ара бүлектәрендә туплана. Яҙыу-һыҙыу тауарҙары, дәфтәр, ижад өсөн тупланмалар тик яңы көйөнсә, ә портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәттең туҙмаған, яҡшы хәлдәге өлгөләре ҡабул ителә. Йыйылған әйберҙәр Министрлыҡ ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларына тапшырыла. Былтыр ошондай акция барышында мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 7816 бала 10 миллион һумлыҡ мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителгән.
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам
Тулыраҡ: Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам