Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәрҙе ошондай һүҙҙәр менән баһаларға мөмкин. Пандемия шарттарында уҙған был сәйәси кампания һөҙөмтәләре бөгөн йәки иртәгәһе көнгә ҡоролмаған. Төп бурыс – Рәсәй Федерацияһының үҙаллы дәүләт, үҙ сиктәрен һаҡлай һәм яҡлай, халҡының социаль тәьминәтен гарантиялай алған ил булып ҡалыуында. Был хаҡта Президент Владимир Путин да махсус мөрәжәғәтендә белдерҙе. Яңы Рәсәйҙә быға тиклем бер ҡасанда Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәр аҙна дауамында үткәрелгәне юҡ ине. Быны карантин мәлендә граждандар именлеген һаҡлау тип кенә баһаларға ярамай. Ете көн дауамында ил халҡы фекер туплап, июлдең беренсе көнөндә ысын мәғәнәһендә үҙ һүҙен әйтте. Башҡортостан тауыш биреүҙәргә ентекле һәм теүәл әҙерләнде. Республика электорат һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙа килеүен иҫәпкә алғанда, кампанияны пандемия шарттарында төбәк өсөн айырым бер һынау тип атарға ла мөмкин. Тауыш биреү өсөн өс мең ярым самаһы участканың һәр береһендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлеүен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та айырым билдәләне. Рәсәйҙең яңыртыласаҡ конституцияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, был документтың социаль һәм гуманитар аспекттарына айырым иғтибар итер кәрәк. Мәҫәлән, ил закондарының тәүге тупланмаһында тәүге тапҡыр “Алла” тигән һүҙ, төшөнсә буласаҡ. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин фекере. Башҡортостандағы тауыш биреүҙәргә килгәндә, уның ойошҡанлы барыуын ғына билдәләргә ярамай. Бөгөн һүҙ халыҡты сәйәси яҡтан аңлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу фарыз. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле сарала ҡатнашыусылар һаны ошоға аныҡ миҫал. Конституцияға үҙгәрештәр индереҙең тәүге һөҙөмтәләре лә билдәле. Рәсәй халҡы Рәсәй өсөн. Яңырытласаҡ закондар тупланмаһындағы һәр пункт һәм һәр статья ла ентекле уйланылған. Әйткәндәй, тауыш биреүҙәр буйынса ил кимәлендәге теүәл мәғлүмәт етенсе июль иғлан ителә.
Үҙгәрештәр хупланды
Тулыраҡ: Үҙгәрештәр хупланды