Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә” ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү барышында күләмле йәрминкәләр ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ғәмәлдә урындағы тауар етештереүселәр өсөн яҡшы йыһазландырылған сауҙа майҙандары булдырырыға кәрәк, тине төбәк етәксеһе.Республика биләмәһендә федераль сауҙа селтәрҙәренә ҡараған 1 мең 376 магазин бар, 883 магазин республика сауҙа селтәренә ҡарай, халыҡ йәшәгән йорттар тирәһенә яҡын 22 мең 700 бәләкәй сауҙа нөктәләре урынлашҡан. Республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, төбәктә ҡулланылған аҙыҡ-түлек тауарҙары күләмендә Башҡортостанда етештерелгәндәре 30 процентҡа ла етмәй. Был хәлгә сеймал эшкәртеү һәм һаҡлау мөмкинлектәренең сикле булыуы ла сәбәпсе. Вице-Премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов сауҙа селтәрҙәре бөгөн конкурентлыҡ шарттарында эшләй, беҙ уларҙың урындағы фермерҙар менән хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итәбеҙ, тип белдерҙе. Төбәк аграр аҙыҡ-түлек кластерын булдырыу иһә ошо һәм башҡа мәьәләләрҙе хәл итер ине.
Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә
Тулыраҡ: Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә