Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

Тулыраҡ: Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә. Авария ҡорбандарының күбеһе Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнгән. Унда күккә күтәрелеүсе торналарҙы кәүҙәләндереүсе һәйкәл ҡуйылған. Шулай уҡ самолеттар һәләкәткә осраған Юберлинген ҡалаһында урындағы властар өҙөлгән ынйы формаһында һәйкәл урынлаштырған. Һәләк булған экипажға һәйкәл «Өфө» аэропортында ла тора. Бар мемориалдар эргәһендә йыл һайын йыназа уҡыу һәм сәскәләр һалыу сараһы үтә. “Башҡортостан һауа юлдары” авиакомпанияһы һәм Ди ЭЙЧ ЭЛЬ фирмаһы лайнеры бәрелешеүендә төп ғәйепле тип СкайГайд диспетчеры аталды. Фажиғәнән һуң бер-нисә йыл үткәс уға ла яҡты донъя менән хушлашырға тура килде. Уның үлеме лә ошо фажиғәғә бәйле. Һәләкәттә тотош ғаиләһен юғалтҡан Виталий Калоев диспетчер Петер Нильсонға 12 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Был ваҡиға хәҙер Голливуд фильмдары тарихына ла яҙылған.