Ғаилә аҙнаһы уңайынан Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла, кулланылған булһа ла ярай. Акцияла ҡатнашырға теләгәндәр өсөн “Ғаилә” үҙәгенең төбәк бүлексәләре көн һайын сәғәт иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем асыҡ.
Фото: https://artzakaz.pro/foto_posteri/97730118-malenkaya-devochka-svyazyvaya-ee-belye-tufli-na-domu