Дәүләт наградаларына лайыҡ булған ватандаштарыбыҙ араһында төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, белгестәр, фән, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Сәнғәт институтын тамамлағас тыуған төйәгенә ҡайтып, сирек быуат бер урында – Илеш район балалар сәнғәт мәктәбендә фортепиано класы уҡытыусыһы булып эшләгән Руфина Мифтахова бөгөн шатлығын хеҙмәттәштәре һәм танылған уҡыусылары менән уртаҡлаша. Дуҫлыҡ һәм татыулыҡҡа саҡырыусы, тыуған илгә, уның тәбиғәтенә, халҡына һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләүсе күркәм шиғырҙары аша ололарға ла, балаларға ла мөрәжәғәт иткән танылған шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Иҙелбаева – Юнысова бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән дәрәжәле исем алыуы уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһын оҙаҡ йылдар етәкләүсе Марат Муллағәлләмов бүләкләнде. Һәр кем үҙ хеҙмәтен фиҙаҡәр башҡарһа, эшенән ҡәнәғәт ҡалһа күңеленә сихәт, иленә бәрәкәт өҫтәй. Эш ҡайнап торһон, кәйефтәр көр булһын, тантанаға ошондай теләктәр йомғаҡ яһаны.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне
Тулыраҡ: Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне