Башҡортостан етәкселеге Торатауҙы һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй

Тулыраҡ: Башҡортостан етәкселеге Торатауҙы һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич белдереүенсә, Башҡортостан етәкселеге Торатауҙы һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Был турала ул округтың киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Әле альтернатив сеймал ятҡылыҡтарын эҙләү бара. Ял һәм туризм өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыу сәбәпле Ҡуштауҙы файҙаланыу мөмкин түгел. «Сода» өсөн иң ҡулайы Ғүмәр ятҡылығы тигән Михаил Бабич.