Башҡортостан туроператорҙары Яңы йыл каникулдары ваҡытында яңы туристик маршруттар тәҡдим итәсәк

Тулыраҡ: Башҡортостан туроператорҙары Яңы йыл каникулдары ваҡытында яңы туристик маршруттар тәҡдим итәсәк

Проектта Башҡортостанда Ҡыш бабайҙың резиденцияһын асыу ҡаралған. Билдәле булыуынса, Башҡорт Ҡыш бабайының тирмәһе Торатау итәгендә урынлашасаҡ. Был сара Шихандарға тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итәсәк. Әле йылына 70 меңдән ашыу кеше уның түбәһенә күтәрелә. Халыҡ телендә “илаһи, изге, тере тау” тип йөрөтөлгән Торатау ниндәй серҙәр һаҡлай? Мөҙәрис Мөхәмәтйәнов республикала ғына түгел, бөтә илгә билдәле халыҡ табибы. Иртәнән-кискә тиклем унан халыҡ өҙөлмәй. Ҡасандыр тимерсе булып эшләгән, хәҙер инде һәр кемгә ярҙам ҡулын һуҙған халыҡ табибы энергияһын һәм ҡеүәтен арттырыу өсөн Торатауға бара. Мөҙәрис Ғәлимйән улы ғына Торатауҙа ерләнгән бик көслө әүлиә ҡәберлеген белә. Әле таш өҫтөндә миләш ағастары үҫеп сыҡҡан, буштан түгел ти, табип. Торатауҙың аңлатып булмаған көскә эйә булыуы тураһында билдәле. Ә бит ул Башҡортостан, Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла һирәк осраған, хата юҡ кимәлендәге үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы ла. Күп осраҡта кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй, алыҫ-алыҫ илдәргә ынтыла. Ә бит яҡында ғына ултырған ошо тауҙы күрмәгәндәр ҙә бар. Был тарихи урын да, борондан бында йыйындар, байрамдар ойошторғандар. Элекке йолаларҙы тергеҙеп, әле лә халыҡ Торатау башына ағыла. Диңгеҙ кимәленән 406 метр бейеклектәге текә тауға менеү еңелдән булмаһа ла, йылына 70 меңдән ашыу кеше уның түбәһенә күтәрелә. Ысынлап та, уға һоҡланмау мөмкин түгел! Торатауҙың мөһабәт һынында уның тарихы, рухи көсө сағыла. Изге тау тылсымлы рәүештә үҙенә әйҙәгән төҫлө. Тауға үрләгәндәр уның энергетикаһын яҡындан тойоп, шифалы һауаһын һулай. Түбәһендә көслө ел уйнаһа ла, күңелдә тыныслыҡ тояһың, насар уйҙар юйыла, ваҡыт туҡтап ҡала төҫлө. Торатау геологик ғына түгел, рухи ҡомартҡы ла бында бер-нисә әүлиәнең ҡәберлектәре бар. Был изге урында теләктәр тормошҡа аша, тиҙәр. Шуға тауға менеп төшкән һәр кем теләктәрен теләп, ағасҡа ҡулъяулыҡ бәйләй. Бигерәк тә, тау итәгендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы изге урындан көс, ҡөҙрәт алып йәшәй. Уның ысынын да ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнен яҡшы аңлай. Ауылда дауалау көсөнә эйә булған тағы ла бер нисә үҙенсәлекле кеше бар. Уларҙың тап ошонда тупланыуы, был урындың үҙенсәлекле икәнен иҫбатлай.