Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Пентагон Рәсәй бомбардировщиктарына һауа-һауа класлы ракеталар ҡуйыуға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ошондай ракеталар ҡуйылған СУ-24 самолеттары кисә Сүриәгә осто. Уға тиклем Рәсәй президенты Владимир Путин ИГИЛ террор ойошмаһы контроллек иткән биләмәләрҙә сығарылған нефть Төркиәгә эләгә тип белдергәйне.

Кисә Рәсәй Төркиәгә ҡарата иҡтисади санкциялар индерҙе. 1-се декабрҙән ике ил араһында чартер рейстары туҡтатыла, яңы йылдан һуң был илдән емеш-еләк индереү тыйыла.

Төркиәлә тағы ла бер теракт. Метрола бомба шартлау сәбәпле бер кеше һәләк булған. Алтауһы яраланған. Фажиғә урынына бик күп тиҙ ярҙам машиналары һәм янғын һүндереүселәр килгән. Был ғәмәл өсөн яуаплылыҡты бер генә террор ойошмаһы ла үҙ өҫтөнә алмаған.

Германия Сүриәлә Ислам дәүләте террор ойошмаһына ҡаршы операцияға ҡушыла. Илдең министрҙар кабинеты ошо туралағы планды раҫлаған. Германияның оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бундесвер террорсылар менән көрәштә Сүриә президенты Башар Асад армияһы менән хеҙмәттәшлек итмәйәсәк.

Финляндияның Санта Клаусы һәм Рәсәйҙең ҡыш Бабайы ике ил сигендә осрашты. Раштыуа һәм Яңы йылдың төп геройҙары күп йылдар дауамында дуҫлыҡ ептәрен өҙмәй. Улар йыл һайын декабрҙә осрашып бер-береһенән йылдың нисек үтеүен белешә, ике ил кешеләрен етеп килгән яңы йыл менән ҡотлай.