Эҫе көндәр көтөлә

Тулыраҡ: Эҫе көндәр көтөлә

Башҡортостанда бер нисә көн ғәҙәттәгенән тыш эҫе көтөлә. 7-9 июлдә һауа температураһы 35 градустан юғары күтәрелеүе ихтимал. 7 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, көслө ел сығыуы мөмкин. Гидрометеоүҙәктән алынған мәғлүмәттәр буйынса 8 июлдә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 14-19, көндөҙ 28-33 градус эҫе. 9 июлдә термометр күрһәткестәре тағы ла юғарыраҡ, төндә 17-22, көндөҙ 30-35 градус. Табиптар был көндәрҙә ҡояш нурҙарынан, эҫе ҡабыуҙан һаҡланыу сараларын күрергә, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инмәҫкә саҡыра.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir