Республика башлығы район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтарына оператив штабтарҙың ултырышын үткәрергә саҡырҙы. Социаль дистанция һаҡлауға, битлек режимын үтәүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырырға кәрәк. Аҙна республика һәм илдәге ваҡиғаларға бай булды. Радий Хәбиров оператив кәңәшмәне асып 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан граждандарға, тауыш биреүҙе ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе. Башҡортостан һайлаусыларының 90 проценттан ашыуы был сәйәси мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалмаған. Республика башлығы Өфөнөң Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы дәрәжәһенә өлгәшеү уңайынан да тауыш биреүселәргә рәхмәтен еткерҙе. Был маҡтаулы исем Бөйөк Еңеү көнөн тиҙләткән тыл хеҙмәтсәндәре ҡаҙанышына ихтирам ғына түгел, башҡала өсөн оло яуаплылыҡ. Беренсенән был ваҡиғаны мәңгеләштереү зарур, икенсенән фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһөнә тап төшөрмәү мөһим. Ә бына иҫерек килеш руль артына ултырған “хеҙмәткәрҙәр” төбәк данына кире йоғонто яһай. Радий Хәбиров транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәкселәренә юлдарҙағы хәлде етди контролгә алырға ҡушты. Кеше сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек тәү бурыс булып ҡала. Ә бына Өфөләге Злобин урамындағы көслө янғында зыян күргәндәрҙе ҡотҡарып батырлыҡ күрһәткән ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәрен бүләкләргә тәҡдим итте. Хеҙмәт мәсьәләһенә ҡағылған йәнә бер мөһим йөкләмә социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла. Премьер-министр урынбаҫары, ғаилә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, был маҡсатты бойомға ашырыуҙы пандемия тотҡарланы. Коронавирус инфекцияһына бәйле тотҡарлыҡтар Башҡортостандың сит илдәр менән хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү маҡсатына ла үҙгәрештәр индерҙе. Республиканың Төркиәләге рәсми вәкиллеген асыу ваҡыты август айына күсерелә. Төрөк эшҡыуарҙары Башҡортостан йүнселдәре менән хеҙмәттәшлеккә әүҙем ҡыҙыҡһыныу белдерә, сиктәр асылыу менән ике республика араһында иҡтисади бәйләнештәр рәсми нығытылыр, тип көтөлә. Әлегә иһә төбәктә эпидемиологик хәл тотороҡло, әммә сир йоҡтороусылар һанын кәметеү йәһәтенән алға китеш күҙәтелмәй. Тәүлегенә дүрт тиҫтәнән ашыу кеше инфекцияға дусар ҡала. Шуға ла төбәктә битлек режимы туҡтатылмай. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған майҙандарҙа хәүефһеҙлек сараларын үтәү көнүҙәк.
Оператив штабтар эше тергеҙелә
Тулыраҡ: Оператив штабтар эше тергеҙелә