Ҡарасәй-Черкес республикаһында короновирус менән сирлеләрҙе дауалау өсөн ебәрелгән Башҡортостан табиптары тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Дүрт табип дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Сит республикала пациенттарҙы дауалау алымдары нисек барған? Ҡарасай-Черкес республикаһында короновирус менән ауырыусыларҙы дауаларға ярҙам иткән Башҡортостан табиптарын ирекмәндәр алҡышлап ҡаршы алды. 17 табиптан торған бригада сит республикаға июнь айында киткәйне. Вирус менән сирләүселәрҙе аяҡҡа баҫтырыу-беҙҙең төп бурысыбыҙ ине, ти улар. Ҡарасәй-Черкес республикаһына пульмонологтар, инфекционистар, анестезиологтар, терапевтар һәм эпидемиологтар ярҙам итте. Радий Хәбиров Ҡарасай-Черкес республикаһына шулай уҡ дезинфекция һәм шәхси хәүефһеҙлек саралары тапшырғайны. Вирус менән ауырыусыларға ярҙам итеүҙән тыш, Башҡортостандан дүрт табип «Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ булды.Тәүҙә Башҡортостан табиптары сит республикаға бер аҙнаға ебәреләсәк, тип хәл ителһә, һөҙөмтәлә уларға өс аҙнаға ҡалырға тура килә. Ауырыусылар хәле төрлөсә ине, тип билдәләй табиптар. Тыуған яҡтарына ҡайтыр алдынан, әлбиттә, улар ҙа тейешле анализдар тапшырған. Әле республиканың тәжрибәле табиптары Амур өлкәһендә йәшәүсе халыҡҡа ла ярҙам күрһәтә. Егермеләгән аҡ халатлы белгестәр бер аҙнанан тыуған яҡтарына ҡайтыр тип көтөлә.
Ҡарасәй-Черкес республикаһынан Башҡортостан табиптары ҡайтты
Тулыраҡ: Ҡарасәй-Черкес республикаһынан Башҡортостан табиптары ҡайтты