Башҡортостан буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәт әлеге ваҡытта көсәйтелгән режимда эшләй. Утты үҙенә буйһондороусылар кеше ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте янғындан һаҡлай. Әммә бының өсөн улар көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең ижади төркөм янғын ваҡытында күп йәрәхәттәр алып, үлемдән саҡ ҡалған ут һүндереүсе менән күреште һәм янғын һүндереүсе һөнәренең иң хәүефле, шул уҡ ваҡытта, иң хөрмәтле һөнәр булыуына инанды. Ике ай элек булған фажиғәле көндө Филүс Раҡимов бөгөнгөләй хәтерләй. Уның ғүмере өсөн туғандары һәм бөтә республика халҡы борсолдо. 4 май Дим биҫтәһендәге ике ҡатлы йортта янғын сыға. Филүс Раҡимов үҙ бригадаһы менән ут һүндереүҙә ҡатнаша. Бер мәл сарлыҡтың иҙәне емерелеп төшә һәм йәш егет ике ҡат араһында, ут эсендә эленеп ҡала. Түҙергә хәл ҡалмай. Өсөнсө ҡат бейеклегенән иҙәнгә ҡолай Филүс.6-сы янғын һүндереү бүлеге егеттәре хеҙмәттәшен йорттан сығарырға ярҙам итә. Шунда уҡ ашығыс ярҙам машинаһы уны ҡала дауаханаһына алып китә. Филүстең башында бер уй — иҫән ҡалһам ине, ҡыҙым, яҡындарым өсөн. Ошо көндәрҙә Филүс беренсегә ултырҙы һәм терәүҙәр ярҙамында яңынан атларға өйрәнә. Иң ҡурҡынысы хәҙер артта ҡалған. Янғынды һүндергән ваҡытта егет күп йәрәхәттәр алған, тәндең 52 проценты бешкән. Табиптар янғын һүндереүсе ғүмере өсөн тәүлек әйләнәһенә, ике аҙнанан артыҡ көрәшкән. Тирене күсереп ултыртыу буйынса 5 операция башҡарылған. Дауахананың тән бешеү бүлексәһендә Филүс ике ай самаһы. Пандемия шарттарында дауаханаға яҡындарҙың инеп йөрөү мөмкинлеге юҡ. Шулай ҙа, егет эргәһендә уның бер туған игеҙәк ҡустыһы Илдус. Ранимацияан сығарған көндән алып ул Филүстең янынан китмәй. Филюс менән Илдус икеһе лә янғын һүндереүселәр. Ағалы ҡустылы егеттәр, ғүмере буйы бергә. Балалар баҡсаһы, мәктәп партаһы, әрме сафтары. Егеттәр бер үк һөнәр һайлай, ғаилә ҡора, икеһе лә бер урынға эшкә урынлаша. Ағаһының үлемдән саҡ ҡалыуына һаман ышанып бөтә алмай егет. Был турала тыныс ҡына һөйләй ҙә алмай. Филүсте өйөндә яҡындары, тормош иптәше һәм яратҡан ҡыҙы Арианна көтә. Алда Филүсте бер нисә айға һуҙылған реабилитация көтә. Эшкә сығыу тураһында уйлайһы ла түгел. Үлемдән ҡалған егет шундай хәүефле, яуаплы хеҙмәт һайлауына бер ҙә үкенмәй. Һаман тиҙерәк шәбәйеп, үҙ эшен дауам итергә хыяллана. Шулай ҙа Филүстең иң ҙур теләге, тиҙерәк яҡындары эргәһенә ҡайтыу.
Геройҙар беҙҙең арала
Тулыраҡ: Геройҙар беҙҙең арала